Эстәлеккә күсергә

Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 64 307 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары

Көн рәсеме

«Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» (ингл. Alice’s Adventures in Wonderland, урыҫса йышыраҡ «Алиса в Стране чудес» тип атайҙар) — 1865 йылда Льюис Кэрролл псевдонимы менән яҙған атаҡлы инглиз яҙыусыһы һәм Оксфорд университеты Крайст Чёрч колледжының математика профессоры Чарлз Латвидж Додсон тарафынан яҙылған әкиәт. Кэрролл Әлисә исемле ҡыҙыҡайҙың йорт ҡуяны өңөнә осоп төшөүе һәм уның сәйер илдә шаҡ ҡатырғыс мажараларға тарыуы тарихын һөйләй. Элис был әкиәтте Кэрроллдың үҙенә яҙып биреүен үтенә, бер аҙҙан ҡулъяҙма әҙер ҙә була. Һуңғараҡ уға төҙәтмәләр индерелә һәм тулыландырыла, һәм 1865 йылда китап баҫылып сыға. Шунан бирле «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» әкиәтенең төрлө версиялары донъя йөҙөндәге башҡа телдәрҙә сығып тора.

Льюис Кэрроллдың Элис тураһындағы донъяның төрлө телдәренә тәржемә ителгән әкиәттәр араһында башҡорт телендә лә бар. Беренсе тәржемә урыҫ телендә ғәҙәти ҡулланылған «Алиса в Стране чудес» тигән атамаға тулыһынса ярашлы «Алиса мөғжизәләр илендә» тип аталып сыҡҡан.

2017 йылда әкиәт инглиз теленә ярашлы «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» (инглизсә Alice’s Adventures in Wonderland) тигән исем менән Ирландияла баҫылып сыға. Уны яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова консультант-мөхәррир Виктор Фет етәкселегендә башҡорт теленә тәржемә иткән.

↪ дауамы…

Шуларҙы беләһегеҙме?

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Бөгөн: 9 октябрь ♦ Кисәге: 8 октябрь ♦ Иртәгә: 10 октябрь ♦ Барлыҡ көндәр ♦

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
  • Ер Ер: Почта көнө.
    • Астрономия көнө.
    • Ҡыҙыҡлы ваҡиғалар көнө.
    • Йомортҡа көнө (октябрҙең икенсе йомаһы).
Милли
Һөнәри

9 октябрь юбилярҙары

Башҡортостан Республикаһы биш тәбиғәт зонаға: урман, урманлы дала, дала, таулы-урманлы һәм таулы-урманлы дала зоналарына бүленә. Һәр зонаның климаты, һыу ресурстары, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, шулай уҡ тупраҡтың бер-береһенә йоғонто яһаусы билдәле бер үҙенҫәлектре бар.

Был зона Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан һәм ҡитға климаты менән айырылып тора. Уртаса йыллыҡ температура көнбайышта 2,4°-тан көнсығышта 0,8°-ҡа тиклем үҙгәрә. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 500-ҙән 799 миллиметрғаса етә.

Урман зонаһы хужалыҡ эшмәкәрлеге йоғонтоһонда, атап әйткәндә, ағас ҡырҡыуҙан, бик ныҡ үҙгәреш кисергән. Ҡырҡылған ерҙәрҙә икенсел урмандар, башлыса, ҡайын, йүкә, уҫаҡтан торған урмандар үҫә. Был зонала майҙандың яртыһы тиерлек һөрөнтө ер өлөшөнә тура килә. Бындай төбәктәрҙә антропоген ландшафт өҫтөнлөк итә. Кеше тәьҫиренән тупраҡтың составы ла аҡрынлап үҙгәрә бара. Унда яйлап ҡына булһа ла серемтә ҡатламы ҡалыная.

Урман зонаһында кеше ҡулы теймәгән ландшафт майҙандары тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп һаҡлана һәм ҡурсалана. Улар иҫәбенә Краснокама районының үҙәге Николо-Берёзовка ауылы тирәһендәге ҡарағай һәм шыршы урмандары, Дүртөйлө районының Венеция ауылы эргәһендәге ҡарағай урманы инә.

↪ д а у а м ы…